Выпускники школ приглашаются на международную олимпиаду по башкирскому языку для 11 класса. В подготовке к экзаменам нельзя забывать о родном языке. В этом поможет наша олимпиада, задания которой помогут ученикам не забыть пройденный материал. Узнайте свои результаты на региональном этапе и получите диплом международного образца. Зарегистрируйтесь онлайн на нашем портале и не пропустите ни одной олимпиады.

A1. Тәржемә ит: путешественник

  • бизмән
  • йәнһаҡсы
  • сәйәхәтсе
  • юлдаш

A2. «Тулҡынланыу» һүҙенең тамырын билдәләгеҙ.

  • тул
  • тулҡынла
  • тулҡынлан
  • тулҡын

A3. Мәктәптән иртәрәк ҡайттым һөйләмендәге исем ниндәй килештә тора?

  • төп
  • сығанаҡ
  • урын-ваҡыт
  • төшөм

A4. Синонимын тап: хәлһеҙ.

  • көсһөҙ
  • күңелһеҙ
  • дәртһеҙ
  • ауырыу

A5. Йомаҡ. Күрше ауылда ҡура Яр ситендә ултыра. Ташы орлоҡ ҡойҙора, Илде онға туйҙыра

  • ҡойо
  • тирмән
  • май һыҡтырыу заводы
  • ырҙын табағы

A6. Халыҡ бейеүҙәренә ҡайһыһы инмәй?

  • “Байыҡ”
  • “Ете ҡыҙ”
  • “Бишбармаҡ”
  • “Алты таған“

A7. Көҙгө ашлыҡты көлгә сәс, яҙғы ашлыҡты боҙға сәс һөйләмендә көҙгө, сәс һүҙҙәре нимәгә ҡарай?

  • омоформа
  • омограф
  • омофон
  • оксюморон

A8. Мәҡәлде  тултырып яҙ: Уңған кеше баҫҡан ерендә .......... сығара.

  • боҫ
  • һыу
  • ут
  • туҙан

A9. Нимә ул этноним?

  • кеше исеме
  • ырыу, милләт исеме
  • йылға исеме
  • ҡала исеме

A10. Тәржемә ит: васыят

  • обет
  • завещание
  • приказ
  • легенда

B1. Кемдәр  ул Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Кәрим Дияров, Рәхмәтулла Бүләкәнов?

  • билдәле йырсылар
  • танылған композиторҙар
  • мәшһүр ҡурайсылар
  • оҫта бейеүселәр

B2. “Йәдкәр” китабының авторы кем?

  • М. Өмөтбаев
  • Ә. Вилданов
  • Р. Фәхретдинов
  • М. Ямалетдинов

B3. Башҡорт прозаигы, журналист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ижадында кеше менән тәбиғәттең үҙ-ара мөнәсәбәте төп урынды биләй. Кем ул?

  • М. Кәрим
  • М. Өмөтбаев
  • Р. Солтангәрәев
  • Н. Мусин

B4. “Ҡөрьән Кәрим” кем тарафынан башҡорт теленә проза һәм шиғри рәүештә тәржемә ителә?

  • М. Кәрим
  • М. Ямалетдинов
  • Т. Ғиниәтуллин
  • Р. Фәхретдинов

B5. “Салауат Юлаев” операһының композиторы кем?

  • Х. Әхмәтов
  • Р. Сәлмәнов
  • Ғ. Әлмөхәмәтов
  • З. Исмәғилев

B6. Тыныш билдәләренең ҡуйылышын дөрөҫ билдәлә. Башҡорт теленең (1) моңо (2) көсө һәм ҡеүәте (3) шиғри биҙәге  (4) һәм тапҡырлығы (5) булат ҡылыстай (6) үткерлеге (7) күркәм яңғырашы (8) аһәңлеге беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән.

  • 1, 3, 4, 6, 8
  • 2, 3, 5, 6, 7
  • 2, 3, 5, 7, 8
  • 2, 3, 5, 6, 8

B7. Башҡорт теле ниндәй телдәр төркөмөнә ҡарай?

  • алтай телдәре
  • урал телдәре
  • кавказ телдәре
  • дравид телдәре

B8. Төрки телле әҙәбиәттәр араһында тәүге трилогия яҙыусы ҡатын-ҡыҙ кем ул?

  • Һ. Дәүләтшина
  • З. Биишева
  • Т. Ғарипова
  • Г. Яҡупова

B9. Фразеологизмды бер һүҙ менән әйт: башы-тояғы менән

  • тиҙ
  • ҡыйыу
  • тотош
  • ҡабалан

B10. Нимә ул эсперанто?

  • телмәр ағышында өндөң төшөп ҡалыуы
  • халыҡ-ара яһалма тел
  • итальян аш-һыу төрө
  • итальян халыҡ бейеүе