В 8 классе преподаватели все больше уделяют времени на подготовку учеников к предстоящим экзаменам. В этой суматохе нельзя забывать об изучении языков, в том числе и родных. В школьной олимпиаде по башкирскому языку школьник повторит пройденный материал, получит хорошую практику и опыт участия в международных проектах. Участники проходят сразу муниципальный и региональный этапы. Так ребенок сможет проверить свой уровень знания предмета.

A1. Түбәндә бирелгән һүҙҙәр ниндәй тел күренешен ҡулланыуға ҡоролған? Ата, аша, йәй, көсөк, кәрәк, ҡабаҡ, ҡаҙаҡ, ҡыҙыҡ, оло, сәс, тут, әсә.

  • омонимдар
  • антонимдар
  • палиндромон һүҙҙәр
  • күсмә мәғәнәле һүҙҙәр

A2. Бер һүҙ менән әйт: баштан сығыу

  • уйлау
  • өндәшмәү
  • әрләү
  • онотоу

A3. Эйәрсән һөйләмдең ниндәй төрө юҡ?

  • сәбәп
  • төп
  • шарт
  • эйә

A4. Дөрөҫ һүҙҙе тап: Таш менән атҡанға ........ менән ат.

  • аш
  • таш
  • йәҙрә
  • мылтыҡ

A5. Бер һүҙ менән әйт: йөрәк үксәгә китеү

  • йоҡлау
  • ҡыйыуланыу
  • ҡабаланыу
  • ҡурҡыу

A6. Ағиҙел, Һаҡмар, Дим, Еҙем. Был һүҙҙәр ниндәй төркөмгә ҡарай?

  • омоним
  • синоним
  • топоним
  • ороним

A7. Йомаҡтың яуабын тап: Аяҡтары бар – йөрөмәй, арҡаһы бар – ятмай.

  • ултырғыс
  • карауат
  • диван
  • өҫтәл

A8. “Уйлап киләм: Теребай, тим, Һай, аҫыл егет кенә” (М.Кәрим). Был һөйләмдә аҫыл һүҙе ниндәй мәғәнәлә ҡулланылған?

  • матур
  • батыр
  • ҡиммәтле
  • затлы

A9. Кеүек, һымаҡ, шикелле, гүйә, әйтерһең һүҙҙәре ярҙамында ниндәй телмәр сараһы барлыҡҡа килә?

  • эпитет
  • метафора
  • йәнләндереү
  • сағыштырыу

A10. Әсғәт бер ҡатлы малай булып сыҡты. Уның эсендәге тышында икән. Сер артынан серен сисә генә бирҙе. (М.Кәрим). Был өҙөктә ниндәй тел саралары бик актив ҡулланылған?

  • эпитет
  • фразеологизм
  • метафора
  • күп мәғәнәлелек

B1. Ҡурайҡайым еңел, көйө ауыр, Еңел көйкәйҙәрҙе уйлайым. (“Ҡурай” йыры). Өҙөктә ҡулланылған үҙенсәлекле аффикстың төрөн билдәләгеҙ.

  • хәбәрлек аффиксы
  • эйәлек категорияһы аффиксы
  • иркәләү-кесерәйтеү аффиксы
  • күптән үткән заман аффиксы

B2. Төнөн бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай. Бындай төр һөйләмдәр халыҡ ижадының ниндәй жанрына ҡарай?

  • риүәйәт
  • һынамыш
  • мәҡәл
  • әйтем

B3. Йырҙан килтерелгән өҙөктә нөктәләр урынына кәрәкле һүҙҙе яҙ. Ҡылған эше уның … ине.

  • дөрөҫ
  • яҡшы
  • ғәҙел
  • хаҡ

B4. Ниндәй әҙиптең әҫәрендә туған телдә әйтелгән һүҙ ынйыға тиңләштерелә?

  • Р.Ғарипов
  • З.Биишева
  • Д.Юлтый
  • Б.Бикбай

B5. Төшкә табан Гөлйөҙөм ҙур өйҙә бер үҙе тороп ҡалды. (Ф.Иҫәнғолов). Һөйләмдә бирелгән бәйләүес үҙе бәйләнеп килгән һүҙҙән ниндәй килеште талап итә?

  • төп
  • төшөм
  • төбәү
  • урын-ваҡыт

B6. Өтөрҙәрҙең ҡуйылыу урындарын билдәлә. Яр текә (1) соҡор (2) тәрән ине. Ажғырып (3) ятыусы һыуға төшөп еткәнсе (4) әллә (5) күпме уй уйлап өлгөргәндер Миңлеғол. (Ғ.Хөсәйенов)

  • 1, 4
  • 2, 5
  • 1, 3, 5
  • 2, 3, 4

B7. Үҙҙәре лә киң далаларҙағы яман баҫҡынсыларҙан боҫор өсөн һилерәк, байманыраҡ тау-урманлы, йылға-күлле төбәктәргә төпләнеүҙе хәйерлерәк тапҡандар булһа кәрәк. Ғ.Хөсәйенов. Был һөйләмдә сифаттың ниндәй категорияһы ҡулланылған?

  • һан
  • килеш
  • хәбәрлек
  • дәрәжә

B8. Кем ул Хөсәйен Әхмәтов?

  • рәссам
  • композитор
  • депутат
  • яҙыусы

B9. Ҡара эш, ҡара халыҡ тигәндә ҡара һүҙе ниндәй мәғәнәлә килә?

  • ябай
  • төҫ
  • яуыз
  • ҙур

B10. Өтөрҙәрҙең ҡуйылыу урындарын билдәлә. Мин (1) шым ғына (2) барып (3) уның эргәһенә ултырҙым да (4) төрөпкәһенән төрөлөп-төрөлөп сыҡҡан төтөндәргә ҡараным (5) унан һуң йөҙөнә күҙ төшөрҙөм. Д.Юлтый.

  • 2, 4, 5
  •  3, 4, 5
  • 1, 3, 5
  • 1, 4, 5