Активной подготовке к итоговым экзаменам не помешает, а только поможет международная олимпиада по башкирскому языку для 9 класса. Задания олимпиады составлены в доступной форме, а дополнительной подготовкой послужат пробные задания с ответами. Учителя могут использовать предоставленные задания в качестве методического материала. Участники получат дипломы с результатами на муниципальном, областном и региональном уровнях.

A1. Тәржемә ит: көйәрмән

  • вратарь
  • болельщик
  • гарь
  • завистник

A2. Тәржемә ит: путешественник

  • бизмән
  • йәнһаҡсы
  • сәйәхәтсе
  • юлдаш

A3. Дөрөҫ яҙылышты тап.

  • йөрөтөүсе
  • йөрөтүсе
  • йөртүсе
  • йөрөтөүсө

A4. Ҡул..яулыҡ, ҡул..яҙма һүҙҙәрендә ниндәй хәреф төшөп ҡалған?

  • ь
  • й
  • ъ
  • төшөп ҡалмаған

A5. Мәктәптән иртәрәк ҡайттым һөйләмендәге исем ниндәй килештә тора?

  • төп
  • сығанаҡ
  • төшөм
  • урын-ваҡыт

A6. Уҡый һүҙе ниндәй һүҙҙәр менән ҡулланыла ала?

  • йомарт, һаран, бай
  • насар, яҡшы, шәп
  • оҙон, ҡыҫҡа, тәпәш
  • йәшел, күк, бөйөк

A7. Уҡыусымын, шәкертһең, балабыҙ, башҡортмон һүҙҙәрендә ниндәй үҙгәртеүсе ялғауҙар?

  • күплек
  • эйәлек заты
  • килеш ялғауы
  • хәбәрлек заты

A8. Йәшкелт, һорғолт һүҙҙәрендә ниндәй ялғауҙар ҡулланылған?

  • сифаттың аҙһытыу дәрәжәһе ялғауы
  • сифаттың артыҡлыҡ дәрәжәһе ялғауы
  • эйәлек ялғауы
  • ҡылым йүнәлеше ялғауы

A9. Нимә ул топоним?

  • гәзит исеме
  • кеше исеме
  • ер-һыу атамаһы
  • хайуан исеме

A10. Нимә ул этноним?

  • кеше исеме
  • ырыу, милләт исеме
  • йылға исеме
  • ҡала исеме

B1. Фразеологизмды бер һүҙ менән әйт: керпек тә ҡаҡмау.

  • уйланыу
  • көлөү
  • йәшәү
  • йоҡламау

B2. Фразеологизмды бер һүҙ менән әйт: башы-тояғы менән ... .

  • тиҙ
  • тотош
  • ҡыйыу
  • ҡабалан

B3. Кем ул Жәлил Кейекбаев?

  • йырсы
  • тарихсы
  • телсе
  • бейеүсе

B4. Кем ул Әхмәт Лотфуллин, Ғәлиә Имашева, Рәшит Нурмөхәмәтов, Ҡасим Дәүләткилдеев?

  • рәссамдар
  • йырсылар
  • телселәр
  • бейеүселәр

B5. Ниндәй һөйләмдә һыҙыҡ ҡуйырға кәрәкмәй?

  • Мәҡәл һүҙ асҡысы, әйтем күңел асҡысы.
  • Атыңдан алда йүгәнеңде әҙерлә.
  • Уҡыу энә менән ҡойо ҡаҙыу.
  • Китап ул кеше аҡылының иң ҙур ҡаҙанышы.

B6. Мәҡәлде  тултырып яҙ: ... – "иң яҡшы уҡытыусы".

  • тәжрибә
  • дәрес
  • апай
  • кәңәш

B7. Мәҡәлде  тултырып яҙ: "Яҡшы менән юлдаш булһаң, эшең бөтөр, яман менән юлдаш булһаң", ... бөтөр.

  • аҡсаң
  • ҡулың
  • башың
  • ваҡытың

B8. Әсеһен дә күрҙем, сөсөһөн дә, Үкенесем ерҙә ҡалманы. Тик шулай ҙа, донъя, гүзәл донъя, Һине һөйөп танһыҡ ҡанманы... (З.Биишева) Был юлдарҙа ниндәй тел күренеше бар?

  • омонимдар
  • паронимдар
  • синонимдар
  • антонимдар

B9. “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәренең авторы кем?

  • М.Кәрим
  • З.Биишева
  • Д.Юлтый
  • Һ.Дәүләтшина

B10. Был юлдарҙың авторы кем? Өсөнсө көн епшек ҡар яуа, Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн Әрней минең иҫке бер яра. Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

  • М.Кәрим
  • М.Ғафури
  • С.Юлаев
  • Ш.Бабич