Забывать родной язык не стоит даже в старших классах. Знание любого языка и иностранного, и родного пригодится школьникам в дальнейшем. Школьная олимпиада по башкирскому языку для 10 класса поможет школьнику структурировать свои знания. Задания, составленные нашими экспертами, доступны и понятны любому ученику. Для подготовки посмотрите пробные вопросы с заданиями.

A1. Бәндәбикә кәшәнәһе Башҡортостандың ниндәй районында урынлашҡан?

  • Шишмә районы
  • Күгәрсен районы
  • Яңауыл районы
  • Бөрйән районы

A2. Ерҙәген күберәк күреү өсөн, ерҙә йәйәү йөрөргә кәрәк һөйләмендә эйә менән хәбәрҙе күрһәтегеҙ.

  • йөрөргә кәрәк
  • күреү кәрәк
  • был эйәһеҙ һөйләм
  • күреү өсөн йөрөргә кәрәк

A3. Ирек һәм бәхет өсөн көрәшергә кәрәк. Был ниндәй һөйләм?

  • эйәһеҙ һөйләм
  • билдәле эйәле һөйләм
  • билдәһеҙ эйәле һөйләм
  • атама һөйләм

A4. Халыҡ бейеүҙәренә ҡайһыһы инмәй?

  • “Ете ҡыҙ”
  • “Байыҡ”
  • “Алты таған“
  • “Бишбармаҡ”

A5. Көҙгө ашлыҡты көлгә сәс, яҙғы ашлыҡты боҙға сәс һөйләмендә көҙгө, сәс һүҙҙәре нимәгә ҡарай?

  • омофон
  • омограф
  • оксюморон
  • омоформа

A6. Һүҙбәйләнештәрҙең һәм һөйләмдәрҙең яһалыу юлдарын, уларҙың бөтә төрҙәрен өйрәнеүсе фән нисек атала?

  • фонетика
  • синтаксис
  • морфология
  • пунктуация

A7. Башҡортостандың иң беренсе халыҡ шағиры кем?

  • М. Ғафури
  • С. Юлаев
  • Ш. Бабич
  • М. Кәрим

A8. Эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләКемдең күңеле тар, шул кеше һөйөнә белмәҫ.

  • хәбәр һөйләм
  • эйә һөйләм
  • аныҡлаусы һөйләм
  • хәл һөйләм

A9. Ниндәй әҙип халҡына шиғри хат яҙа?

  • З. Биишева
  • М. Кәрим
  • Ш. Бабич
  • Р. Бикбаев

A10. Башҡорт теле ниндәй телдәр төркөмөнә ҡарай?

  • урал телдәре
  • алтай телдәре
  • кавказ телдәре
  • дравид телдәре    

B1. Ҡайһы һүҙгә нәҙек ялғау ҡушыла?

  • лагерь
  • билет
  • июль
  • кухня

B2. “Тел асҡысы халыҡта” китабы ниндәй проблемаларҙы яҡтырта?

  • фольклор
  • әҙәбиәт теорияһы
  • тел белеме
  • диалектология

B3. Ҡайһыһы дөрөҫ түгел?

  • туған тел
  • тыуған яҡ
  • туған-тыумаса
  • тыуған тел

B4. Ҡара ҡыпсаҡ һүҙе ниндәй төр исемдәргә ҡарай?

  • антропоним
  • этноним
  • топоним
  • урбаноним

B5. Тыныш билдәләренең ҡуйылышын дөрөҫ билдәлә. Башҡорт теленең (1) моңо (2) көсө һәм ҡеүәте (3) шиғри биҙәге  (4) һәм тапҡырлығы (5) булат ҡылыстай (6) үткерлеге (7) күркәм яңғырашы (8) аһәңлеге беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән.

  • 1, 3, 4, 6, 8
  • 2, 3, 5, 6, 7
  • 2, 3, 5, 7, 8
  • 2, 3, 5, 6, 8

B6. Елкенсәк һүҙе ниндәй һүҙ менән бергә килеп, парлы һүҙ барлыҡҡа килтерә?

  • йәш
  • егет
  • ҡыҙ
  • малай

B7. Нимә ул эсперанто?

  • телмәр ағышында өндөң төшөп ҡалыуы
  • халыҡ-ара яһалма тел
  • итальян халыҡ бейеүе
  • итальян аш-һыу төрө

B8. Фразеологизмды бер һүҙ менән әйт: башы-тояғы менән

  • тиҙ
  • ҡыйыу
  • ҡабалан
  • тотош

B9. Төрки телле әҙәбиәттәр араһында тәүге трилогия яҙыусы ҡатын-ҡыҙ кем ул?

  • З. Биишева
  • Һ. Дәүләтшина
  • Т. Ғарипова
  • Г. Яҡупова

B10. Йәшкелт, зәңгәрһыу һүҙҙәрендә ниндәй ялғауҙар ҡулланылған?

  • сифаттың артыҡлыҡ дәрәжәһе ялғауы
  • сифаттың аҙһытыу дәрәжәһе ялғауы
  • эйәлек ялғауы
  • ҡылым йүнәлеше ялғауы